

Башҡортостанда сәсеү майҙандарының 50 проценттан ашыуы — 1 миллион гектарҙан ашыуы йыйып алынған, тип хәбәр итте БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 77% сабылған, 2,706 млн тонна иген һуғылған (шул иҫәптән 969 мең тонна ужым культуралары). Республика буйынса уртаса уңыш — 28 ц/га. Лидерҙар — Саҡмағош (43,7 ц/га) һәм Ҡырмыҫҡалы (42,9 ц/га) райондары. Яҙғы иген пландың 71 процентында (692 мең га) һуғылған, 25,1 ц/га уңыш менән 1,740 млн тоннанан ашыу йыйылған. Ҡайһы бер хужалыҡтар ҡарабойҙай йыйыуға тотондо — сәсеү майҙандарының 27 проценттан ашыуы һуғылған. Иген менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү»милли проектының маҡсаттарына тап килә.
Фото: Валерий Шахов.