Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября , 10:40

Фестивалдә ҡатнашығыҙ!

3 йәштән 20-гә тиклемге балалар, үҫмерҙәр, шулай уҡ ижади (шул иҫәптән инклюзив) коллективтарҙа шөғөлләнеүселәрҙе «Кәртәләрҙе емереп»(«Ломая барьеры») XIII Төбәк-ара балалар ижады фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фестивалдә ҡатнашығыҙ!Фестивалдә ҡатнашығыҙ!
Фестивалдә ҡатнашығыҙ!

Һайлап алыу этабы 2026 йылдың 15 сентябренә тиклем үтә. Ҡатнашыу бушлай, заявка тултырырға һәм ижади эште конкурсы.рф платформаһына һалырға кәрәк: vk.cc/d1ndD4

Үҙ талантыңды – музыка ҡоралында уйнау йәки йыр башҡарыу ижадында, хореография һәм үҙенсәлекле жанр номинацияларының береһендә күрһәтергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт: vk.cc/d1ndEB

Фестивалдең финалы 2026 йылдың 6 ноябрендә үтә. Һайлап алыу этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла электрон диплом менән бүләкләнә, ә 10 финалист Өфөнөң ҙур концерт майҙансыҡтарының береһендә гала‑концертта сығыш яһаясаҡ.

Өҫтәмә һорауҙарҙы электрон почта аша info@stereotipov.net йәки +7 (917) 741-80-69 телефонына шылтыратып бирергә мөмкин.

Фестивалде ойоштороусылар – коммерция булмаған автономиялы «Кәртәләрҙе емереп» Социаль технологиялар үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Газпром трансгаз Өфө» компанияһы.

«Кәртәләрҙе емереп» үҙәге 10 йыл дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәләттәрен асырға ярҙам итә. Был ваҡыт эсендә уның проекттарында 7 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. Ойошманың төп маҡсаты – һәр бала үҙен таныта алырлыҡ йәмғиәт ҡороу. 2026 йыл девизы – «Бергә яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ».

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова