Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября , 10:59

Балалы ғаиләләр өсөн яҡшы яңылыҡ

Башҡортостандың балалы ғаиләләре өсөн яҡшы яңылыҡтар! Әгәр һеҙҙең ике (йәки унан күберәк) балағыҙ һәм ипотекағыҙ бар икән, ипотека каникулдары алырға мөмкин. Элек уны 6 айға бирәләр ине, 2026 йылдың 1 сентябренән 18 айға тиклем оҙайталар.

Балалы ғаиләләр өсөн яҡшы яңылыҡБалалы ғаиләләр өсөн яҡшы яңылыҡ
Балалы ғаиләләр өсөн яҡшы яңылыҡ

Был йыл ярым "тын алыу" тигән һүҙ.

Башҡортостан буйынса Рәсәй банкы бүлексәһе белгестәре ташлама алыу шарттарын атаны:

❶ кредит күләме - 15 млн һумдан күп түгел;
❷ ипотека - берҙән-бер торлағығыҙ түгел;
❸ был кредит буйынса каникулдарҙы беренсегә алаһығыҙ.

Мөһим мәлдәр:

⋆ Ипотека каникулдарын бала тыуғанға йәки уллыҡҡа алынғанға 180 көн тулғансы юлларға мөмкин.

⋆ Килем кәмеүен раҫлау талап ителмәй.

⋆ Ипотека буйынса бурыстың ҡалған өлөшөнә проценттар тик тәүге 6 айҙа ғына иҫәпләнмәй.

⋆ 7-се айҙан 18-се айға тиклем өҫтәлгән проценттарҙы һуңынан тигеҙ өлөшкә бүлеп ҡапларға була.

⋆ Каникул осоронда банк килешеүҙе ваҡытынан алда ғәмәлдән сығара, залогҡа бирелгән торлаҡты тартып ала йәки ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һала алмай.

⋆ Кредит тарихығыҙ зыян күрмәйәсәк.

⋆ Бәләкәй балағыҙға 1,5 йәш булыуға (йәки уллыҡҡа алыуығыҙға 18 ай тулғас) каникулдар тамамлана.

⋆ Ипотека каникулынан һуң һеҙ элекке график буйынса түләй башлайһығыҙ. Быларҙы япҡас, туҡтатылып торған түләүҙәрҙе ҡайтарасаҡһығыҙ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм нескәлектәрен үҙегеҙҙең банкта ентекләберәк һорашырға кәрәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
#ОбъясняемРФ#ОбъясняемБашкортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас