Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь , 11:46

Баҡса ширҡәттәренә юлдар ремонтлана

2026 йылда Башҡортостанда һигеҙ муниципалитетта 55 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илтеүсе 14 юл ремонтлана — участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 17,5 км тәшкил итә. Биш объектта эштәр тамамланған, ҡалғандарында әҙерлек — 40-тан 90 процентҡаса.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҡса ширҡәттәренә юлдар ремонтланаБаҡса ширҡәттәренә юлдар ремонтлана
Баҡса ширҡәттәренә юлдар ремонтлана

Объекттарҙы тапшырыу ваҡыты — 10 сентябрҙән 30 октябргә тиклем.

2022 йылдан муниципалитеттар 62 юлды (яҡынса 109 км) үҙ балансына алды, 297 баҡсасылыҡ ширҡәтенә юлды рәтләне.

Республика Башлығы баҡсасылыҡ ширҡәттәре менән дәүләт ярҙамы алыу (газлаштырыу, электр менән тәьмин итеү, төҙөкләндереү һ.б.) өсөн документтарҙы тәртипкә килтереү буйынса эште дауам итергә ҡушты. Йомғаҡтары 2027 йылдың яҙында «СМАРТ-баҡсасы» форумында тикшереләсәк.

Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-bashkortostane-v-2026-godu-privodyat-v-poryadok-podezdnye-dorogi-k-55-sadovym-tovarishchestvam-91950/

Автор:Баныу Ҡаһарманова