Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября , 08:01

Ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд

Башҡортостанда «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.

Ҡатнашыусылар һаны буйынса рекордҠатнашыусылар һаны буйынса рекорд
Ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. Ярыштар 1-9 сентябрҙә Шишмә районының «Патриот» паркында үтте. "Беҙ дүртенсе тапҡыр халыҡ-ара геология чемпионатын үткәрәбеҙ, ҡатнашыусылар даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара. Был бик ҡыҙыҡлы геология специальностары олимпиадаһы. Беҙҙең командалар республика исеменән лайыҡлы сығыш яһай. Хәйбулла районынан Аҡъяр тау колледжы командаһының килеүе ҡыуаныслы булды. Балаларға уңыштар теләйбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас