Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентября , 10:00

Һуған менән һармыһаҡтың файҙаһы ҙур

Ауырығың килмәһә,  күберәк һуған менән һарымһаҡ аша. 

Һуған менән һармыһаҡтың файҙаһы ҙурҺуған менән һармыһаҡтың файҙаһы ҙур
Һуған менән һармыһаҡтың файҙаһы ҙур

 Һарымһаҡ

Һарымһаҡтың бер генә тешендә лә 400-ҙән ашыу файҙалы компонент булыуы асыҡланған.  Улар ҡандағы холестиринды кәметә, ҡан тамырҙарын таҙарта, мейеләге яман шешкә килтереүсе күҙәнәктәрҙе үлтерә, дифтерия, туберкулез  таяҡсаларын һәм ашҡаҙан сей яраһына килтереүсе хеликобактерҙы үлтерә, организмдағы селәүсендәрҙе сығара һ.б.  Сей килеш, ваҡлап ҡулланырға мөмкин.

Башлы һуған

Уның төп ҡиммәте – эфир майҙарындағы фитонцидтар. Был матдәләр бер нисә секундта төрлө бактерияларҙы һәм бәшмәктәрҙе үлтерергә һәләтле. Һуған аҙыҡ эшкәртеүҙе, файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе яҡшырта, аппетитты күтәрә. Уны шул килеш, салатҡа турап, шулай уҡ спирт төнәтмәһендә төнәтеп ашарға мөмкин.  Биттәге һытҡыларҙы бөтөрөү өсөн дә ҡулланалар.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас