

Фестивалде үткәреү идеяһы ҡаланың сауҙагәрлек тарихына бәйле барлыҡҡа килә. XIX быуатта ул ҙур сауҙа үҙәге була, ә уның сауҙагәрҙәре йүнселлеге менән дан тота һәм мәҙәниәтте, мәғрифәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Сараның төп үҙенсәлеге – тулыһынса XIX быуат ҡала мөхитенә ҡайтыу. Быйыл был сара өс көн дауам итте. Уның сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар, шул иҫәптән һөнәрселәр йәрминкәһе эшләй.
Башҡортостан Башлығы фестивалдең әһәмиәтен юғары баһаланы.
“Купец 2.0” – Сәтәрлетамаҡ ҡалаһыны визит карточкаһы. Ул ысын мәғәнәһендә ҙур республика фестивале. Шәп тарих –ҡала ижади, һәләтле кешеләрҙең инициативаһын хуплаған”, – тине ул.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.