Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентября , 11:00

Инвалидлығы булған кеше автозапрвкалау станцияһында сиратһыҙ хеҙмәтләндереләме?

Әле яғыулыҡҡа ҡытлыҡ килеп тыуыу сәбәпле, АЗС-тарҙа сираттар барлыҡҡа килде. Ошондай мәлдә инвалидлығы булған кеше сиратһыҙ үтә аламы?

Инвалидлығы булған кеше автозапрвкалау станцияһында сиратһыҙ хеҙмәтләндереләме?Инвалидлығы булған кеше автозапрвкалау станцияһында сиратһыҙ хеҙмәтләндереләме?
Инвалидлығы булған кеше автозапрвкалау станцияһында сиратһыҙ хеҙмәтләндереләме?

  РФ Президентының 1992 йылдың 2 октябрендәге 1157-се Указына ярашлы, I һәм  II төркөм инвалидтары, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар автозапрвкалау станцияларында хеҙмәтләндереүҙә өҫтөнлөккә эйә.

   Был ташлама  инвалидлығы булған кеше үҙе шәхсән АЗС-та булған осраҡта ғына ғәмәлгә инә. Шул уҡ ваҡытта уның руль артында булыу-булмауы мөһим түгел. Шулай уҡ автомобиль тәҙрәһендәге махсус билдә генә лә етмәй., кассирға йәки администраторға  инвалидлыҡ тураһындлағы белешмәне күрһәтеү зарур. 2026 йылдың майынан  документтың электрон вариантын күрһәтергә мөмкин.

Хеҙмәткәр шулай уҡ белешмәлә фото булмай сәбәпле, паспортты күрһәтеүҙе һорарға мөмкин.  Документтарҙы күрһәткәс, запрвкалау персоналы  һеҙҙе колонкаға сиртаһыҙ үткәрергә тейеш.  Ә инде баш тартһалар, уларға 300 мең һумдан алып 500 мең һумға тиклем штраф янай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас