

–Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – Башҡортостан өсөн төп байрамдарҙың береһе, – тип билдәләне ул үҙенең ҡотлауында.
Был тармаҡтар – беҙҙең иҡтисадтың , республиканың тотороҡло үҫешенең һәм меңәрләгән ғаиләнең именлегенең нигеҙе. 94 йыл элек Ишембай районында алынған “ҡара алтын”дың бер тамысыһы беҙҙең республикаға “икенсе Баку” данын килтерҙе.
Бөгөн беҙ Рәсәйҙең иң ҙур нефть етештереүсе төбәктәре иҫәбенә инәбеҙ. Башҡортостанда газ селтәре менән тәьмин итеү кимәле лә иң юғарыларҙың береһе. Республика газмотор яғыулығы баҙарын уңышлы үҫтерә.
Ысын күңелдән беҙҙең предприятеларҙың коллективтарын, нефтьгаз тармағы ветерандарын байрам менән ҡотлайым, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.