Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентября , 10:00

 Йәшелсәләрҙең организмға файҙаһы ҙур

Йәшелсәләрҙең файҙаһы хаҡында һәр кем ишетеп беләлер. Улар организмды туҡлылҡлы матдәләр, витаминдар, минералдар менән байыта, матдәләр алмашыныуын көйләргә ярҙам итә. Юҡҡа ғына белгестәр күберәк йәшелсә-емеш ашарға тәҡдим итмәй.

Йәшелсәләрҙең организмға файҙаһы ҙурЙәшелсәләрҙең организмға файҙаһы ҙур
 Йәшелсәләрҙең организмға файҙаһы ҙур

 

Ҡыҙыл сөгөлдөр

Был исемлектә иң тәүге урынды тап ошо йәшелсә биләй. Уның составында аҙыҡ-түлектең “хәрәкәтен” еңеләйтеүсе һәм эсәктәге ”насар” бактерияларҙы юҡҡа сығарыусы  күҙәнәкле  туҡыма, фосфор, баҡыр, С витамины һәм төрлө органик кислоталар бар. Икенсенән, сөгөлдөрҙәге  липотроп  матдә – «бетаин”   бауырға токсиндарҙан  ҡотолорға ярҙам итә. Өсөнсөнән, был йәшелсәләге  фолий кислотаһы организмды йәшәртә, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килә, тире, сәс һәм тырнаҡтарҙың торошо яҡшыра.  Сөгөлдөрҙө бешереп салат итеп йәиһә борщҡа ҡушып ашарға мөмкин.

 Кәбеҫтә

Кәбеҫтәлә аҙыҡ сүстәре күп, улар ауыр металдарҙы һәм токсиндарҙы “ҡушырға”  һәм эсәктәрҙән сығарырға булышлыҡ итә. Бынан тыш, ул органик кислоталарға бай, был иһә  аҙыҡ эшкәртеүҙе һәм аҙыҡ эшкәртеү органдарының микрофлораһын яҡшырта.  , кәбеҫтәлә бик һирәк осрай торған U витамины бар. Ул организм өсөн бик тә хәүефле  химик матдәләрҙе  ҡоралһыҙландыра, хатта сей яраларҙы бөтәштерә.  Кәбеҫтәне бешереп тә, тоҙлап та, шул килеш тә ашарға мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас