Бының өсөн:
- Документтарығыҙҙы әҙерләргә кәрәк. Ғариза биреү өсөн паспорт менән тыуыу тураһында таныҡлыҡ кәрәк.
- Дәүләт пошлинаһы түләргә. Бының өсөн ЗАГС бүлектәренә мөрәжәғәт итеп, аҡса түләү өсөн реквизиттар алырға мөмкин. Квитанцияһын документтарығыҙға ҡушып һалырға онотмағыҙ.
- Ғариза тултырып тапшырығыҙ. Документтарҙы йәшәгән йәки теркәлгән урында ғына түгел, һәр ЗАГС бүлегендә тапшырырға мөмкин. Бланк тултырғанда исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, алырға теләгән фамилияны һәм уны алмаштырыу сәбәбен, ғаилә хәлегеҙ һәм балаларығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте күрһәтегеҙ.
- Яңы фамилияны теркәү.
Ғәҙәттә ғаризаны бер ай ҡарайҙар. Ә документтарҙы тикшереү буйынса ҡатмарлыҡтар килеп сыҡһа, өс айға тиклем һуҙылыуы бар. Документтың әҙер булыу-булмауын “Дәүләт хеҙмәте” порталында шәхси кабинет аша ҡарап барырға мөмкин. Шулай уҡ һеҙгә СМС-хәбәр килеүе ихтимал.
Әҙер булғас фамилияны үҙгәртеүҙе теркәтеү өсөн ЗАГС бүлегенә барып, яңы документ алыу тураһында махсус журналға ҡултамға ҡуйырға кәрәк булыр. Шунан һуң инде паспортығыҙҙы алмаштырыу өсөн 90 көн ваҡыт бирелә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.