

Полицияның Өфө район бүлегенә популяр маркетплейстың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре мөрәжәғәт иткән. Ул ғинуарҙан июнгә тиклем билдәһеҙ кешеләрҙең тауарҙы фиктив рәүештә кире ҡайтарыу аша тауарҙарҙы урлауы хаҡында хәбәр иткән.
Поллиицейскийҙар асыҡлауынса, енәйәтселәр тауар биреү пунктының эске иҫәп алып барыу системаһына үтеп ингән. Улар ялған фейктар, аккаунттар аша заказдар бигән һәм аҙаҡ программалағы статустар аша ул тауарҙарҙы үҙләштергән. Урланған тауарҙы интернет-иғландар аша һатҡандар. Дөйөм зыян 6 млн һумдан ашып киткән.
Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфө районынан 20, 23 һәм 25 йәшлек йәштәрҙе ҡулға алған. Улар барыһы ла үҙҙәренең ғәйебен таныған.
Тикшереү ваҡытында уларҙан 1,5 млн һум аҡса, ике автомобиль, 14 телефон, банк карталары, сим-карталар һәм урланған тауарҙар тартып алынған. Уларға ҡарата енәйәт эше асылған, артабан башҡа енәйәттәргә ҡатнашлыҡтары булыу-булмауы тикшерелә.
Фото: Башинформ.