Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентября , 10:30

Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһының троллейбус идаралығын ҡотланы

Бөгөн, 5 сентябрҙә, эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ троллейбус заводының 65 йыллыҡ юбилейына арналған  тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе коллективты  юбилей менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы.  

Башҡортостан Башлығы  Стәрлетамаҡ ҡалаһының троллейбус идаралығын ҡотланыБашҡортостан Башлығы  Стәрлетамаҡ ҡалаһының троллейбус идаралығын ҡотланы
Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһының троллейбус идаралығын ҡотланы

      — Һеҙҙе троллейбус идаралығының юбилейы менән ҡотлайым. Был көндә троллейбус водителдәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.  Һеҙҙең эшегеҙгә, йөрөтөү оҫталығына  пассажирҙарҙың үәүефһеҙлеге уңайлылығы бәйләнгән. Рәхмәт һеҙгә! Стәрлетамаҡ  троллейбус депоһы  1961 йылдан алып эшләй.  Башҡортостандағы иң тәүге троллейбус, Өфөнән бер йылда алда,  тап   ошо  депонан линияға сыҡҡан. Йыл һайын предприятие  12 троллейбус һәм 4 автобус  маршрутын хеҙмәтләндерә, йылына 11 млн самаһы пассажирҙы йөрөтә.  Автопаркты яңыртыу өсөн  республика  предприятиеға  10  «ПАЗ Вектор Next» автобусын тапшырҙы. Уларҙы "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Йәмәғәт транспортын үҫтереү" федераль проекты ярҙамында алғандар.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас