

Нимәһе үҙенсәлекле: Островскийҙың "Не всё коту масленица" пьесаһы өлкән аудитория өсөн тәғәйенләнгән. Ә бына Новосибирский ҡалаһынан саҡырылған режиссер Эльмира Куриленко спектаклде кескәй тамашасыларға ҡыҙыҡлы итерлек ысул уйлап тапҡан. Ул геройҙарҙың ысынбарлығын бөжәктәр донъяһы менән паралель рәүештә алып бара. Мәҫәлән, ҡарт, уҫал Ахов образы - үрмәксе, елбәҙәк Агния күбәләк булып сәхнәгә сыға. Ҡыҫҡаһы, авторҙың кеше характерына мөхәббәт көсөнөң йоғонтоһо хаҡында яҙған мәңгелек әҫәрен яңыса, заманса ҡуйылышта ҡарай аласаҡһығыҙ!
Спектаклде сығарыуҙа шулай уҡ бик талантлы ижади төркөм көс һалған. Ҡуйыусы рәссам - Наталья Бирюкова, ҡурсаҡтар буйынса рәссам - Наталья Бирбкова, яҡтылыҡ буйынса рәссам - Елена Древалева (Мәскәү). Компьютер графикаһын "АРТ-МЕДИА" креатив индустриялар студияһы эшләгән.
Эльмира Куриленко әҫәрҙе ҡуйырға уйлағас та Новосибирск ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе талантлы композитор һәм шағирә Юлия Пискунова менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул былтыр 49 ғына йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Был спектаклдә уның тамамлап өлгөргән ижад емештәре яңғыраны. Ә тамамлап өлгөрмәгән урындарын шиғырҙар һәм йырҙар авторы Сергей Рябов менән композитор Антон Ильяшенко эшләгән.
"Не всё коту масленица" - тамашасылар күңелен яуларлыҡ, тәрән фәлсәфәгә эйә спектакль булып Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры репертуарында үҙ урынын алыр, тип ышанғы килә.