Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентября , 10:56

Сергетыш яһарға кил!

Сергетеш — башҡорттарҙың ат егеү кәрәк-ярағында мөһим урын биләгән әйбер. Уны аттың арҡаһын һаҡлау өсөн эйәр аҫтына һалғандар. Байрамса төрҙәрен биҙәктәр, сигеүҙәр һәм суҡтар менән биҙәгәндәр. Бөгөн был һөнәр оҫталар ярҙамында тергеҙелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сергетыш яһарға кил!Сергетыш яһарға кил!
Сергетыш яһарға кил!

10 сентябрҙә сәғәт 14:00-тә РЦНТ-ның «Урал» этноүҙәгендә башҡорттоң традицион ат егеү кәрәк-ярағы — сергетеш яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк.

Дәресте Бөрйән районы оҫтаһы Рәшиҙә Ғиззәтуллина үткәрәсәк. Ул сергетыш яһауҙың традицион техникаһы менән уртаҡлашыу өсөн махсус рәүештә Өфөгә килә.

Кәрәкле әйберҙәр:
  ватман йәки обой ҡағыҙы;
  һыҙым (черчение) ҡағыҙы;
  линейка, ҡәләм;
  фломастерҙар;
  ҡайсы;
  төҫлө ҡағыҙ;
  елем (клей).
Туҡыма: 40×40 см ҙурлығындағы 2 киҫәк (береһе ҡыҙыл төҫтә).

Адрес: «Урал» этноүҙәге (РЦНТ), Ленин урамы, 56 (Киров урамы яғынан инергә).

Фото: https://vk.ru/id138412928?w=wall-218323322_2608

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова