

Быйыл чемпионатта 14 илдең һәм Рәсәйҙең 12 төбәгенең 40 команда ҡатнаша. География ла киңәйә: Белоруссия, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡытай, Мозамбик, Ираҡ, Зимбабве, Алжир, Фәләстин, Иран, Мали, Гвинея-Бисау һәм Мексиканан студенттар килгән.
"ГеоВызов" фестивале геология һөнәрҙәрен популярлаштырыу, студенттарҙың һөнәри күнекмәләрен күтәреү һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн күп функциялы майҙансыҡ булып тора. Чемпионаттың генераль бағыусыһы - Рәсәй баҡыр компанияһы. Тантананы асыуҙа хөрмәтле ҡунаҡтар иҫәбендә «РМК» акционерҙар йәмғиәтенең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы директоры Вячеслав Гемель һәм предприятиеның Башҡортостандағы партнеры - «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев сығыш яһаны.
– Республикабыҙҙа буласаҡ геологтарҙы дүртенсе йыл рәттән ҡаршылау беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, - тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында. - "ГеоВызов" ярыш ҡына түгел, ул фән-геология менән бәйле кешеләрҙе йәлеп итеү нөктәһе. Чемпионатта ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы.
«РМК» акционерҙар йәмғиәтенең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы етәксеһе Вячеслав Гемель да сығышында, чемпионат Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора, тип билдәләне. Таһир Бәхтигәрәев сәләмләү һүҙендә Башҡортостандың Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Салауат» күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу хаҡында әйтеп үтте.
- «Салауат» инвестиция проектын уңышлы раҫлау һәм иҡтисади нигеҙләү уны тулы күләмдә тормошҡа ашырыуға юл асасаҡ, был төбәкте яҡынса 1 500 яңы эш урыны менән тәьмин итәсәк, - тип хәбәр итте Таһир Тимербай улы презентация барышында. - Буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре өсөн юғары хеҙмәт хаҡы, социаль пакет, эш биреүсе иҫәбенә уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү, матди ярҙам һ. б. тәҡдим ителәсәк.
«ГеоВызов» чемпионаты 9 сентябргә тиклем дауам итә. Уның программаһы бик бай. Командалар «Нефть һәм газ», «Минералогия һәм петрография», «Геологик маршрут», «Гидрогеология», «Шлихлы һынау», «Геохимия», «Кристаллография», «Палеонтология», «Радиометрия» һәм башҡа дисциплиналарҙа ярышасаҡ.