

22 октябрь көнө филармония үҙенең сираттағы ижад миҙгелен лекторий юбилейына арналған ҙур концерт программаһы менән аса. 30-ҙан ашыу сәнғәт әһелен туплаған коллективтың сағыу, үҙенсәлекле сығышынан ситтә ҡалмағыҙ!
Концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сулпан Асҡарова, сценарий авторҙары –Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Венера Әюпова менән Оксана Семенова. Лекторийҙың художество етәксеһе һәм идея авторы – Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина.