Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября , 05:35

Ғибрәт итеп һеҙгә һөйләйем

Ғибрәт итеп һеҙгә һөйләйем әле, Төштәремдә ниҙәр күргәнде. Шайтан ҡолаҡтары ишетмәһен, Күрҙем бөгөн төштә үлгәнде.

Ғибрәт итеп һеҙгә һөйләйемҒибрәт итеп һеҙгә һөйләйем
Ғибрәт итеп һеҙгә һөйләйем

Әйтмәҫ инем быны, һаташыуҙыр,
Сәйер, ябай ғына төш тиеп.
Аллаһ ҡаршыһына килгәнмен дә,
Торам икән оялып, баш эйеп.

«Гонаһтарың бар, мин беләм, — ти, —
Һин үҙең дә уны беләһең.
Һинән бары минең бер нәмәне
Килгән ине минең беләһем.

Берәр ваҡыт иҫкә алдыңмы һин
Ерҙәге был матур донъяны?

Таң атҡанда алыҫ офоҡтарҙа

Алһыуланып ҡояш тыуғанды?

Күрҙеңме һин мин яратҡан

Сәскәле матур туғайҙарҙы?

Туғайҙарҙа уйнап йөрөгән

Елпенгән йәш ҡолондарҙы?

 

Күрҙеңме һин баҡсаларҙа
Сәскәләрҙе,  гөлдәрҙе?
Күрҙеңме һин йылғаларҙа
Балыҡ, аҡҡош йөҙгәндәрҙе?

Күрҙеңме  аяҙ көндәрҙе,
Болоттарҙы, ямғырҙарҙы?
Айлы төндә күк йөҙөндә
Йымылдаған йондоҙҙарҙы?

Ишеттеңме берәй ҡасан
Диңгеҙҙәрҙең көслө шаулауын?
Ниндәй тауҙар барын күрҙең,
Һоҡланырлыҡ донъя яғын?

Аҡса йыйҙың инде ғүмер буйы,
Тулдымы һуң төпһөҙ янсығың?
Еҫкәп ҡарағаның бармы берәр
Икмәк үҫкән ерҙең балсығын?

Һоҡландыңмы ошо тәбиғәткә,
Булдыңмы һин берәр сит илдә?
Йөҙҙөңмө һин ҡолас йәйеп кенә
Көҙгө кеүек тәрән диңгеҙҙә?

Аҡса йәлләнеңме, ваҡыт юҡмы,
Сәбәбен әйт әйҙә — нимәлә?
Рәхәтен уның күрмәгәс һуң,
Тапҡан малың һинең нимәгә?

Мин бит уны мең ҡат уйлап,
Ерҙә һеҙҙең өсөн булдырҙым.
Һеҙ һоҡланып, рәхәтләнеү өсөн
Гүзәл матурлыҡты тыуҙырҙым.

Кемгә кәрәк һинең йәшәүең дә
Ошо матурлыҡты күрмәгәс?
Ниңә тыуҙың ошо донъяларға
Уның ҡәҙерҙәрен белмәгәс?

Бер аңларһың, көсөң бөтөп,
Кәкерәйеп, һығылып төшкәс тә.
Ғүмереңдең татлы миҙгелдәре
Яныңдан үтеп киткәс тә.

Балалар тип сабаһыңмы һаман,
Ваҡыт ҡалмаймы үҙеңә?
Аҡса, сепрәк-сапраҡтан башҡа
Нәмә күренмәне күҙеңә?

Иңләгәнһең кредит, ипотека тип,
Бер тапҡыр ял һорамағанһың.
Был донъяға күҙҙәреңде асып,
Бер тапҡыр ҙа ҡарамағанһың.

Был йәшәүме? Был бит йәшәү түгел!
Йәшәгәнһең бары көн күреп.
Ҡайсаҡ йәшәмәксе булаһың һин,
Аҙ ҡалған бит,
Ҡалырһыңмы икән өлгөрөп?»

«Өлгөрөргә тырышыр инем дә,
Һеҙ иртәрәк мине алдығыҙ.
Мин ғәйепле, йәшәй белмәгәнмен,
Нишләргә һуң миңә, әйтегеҙ?»

«Минең яуап һиңә бик ҡыҫҡа:
Ҡыуанып йәшә һәр тыуған көнгә!
Бында, минең янға байлыҡ тейәп,
Килгәне юҡ әле бер кемдең дә!»

Уяндым да күргән төшөмдө
Уйлап ятам ҡат-ҡат яңыртып.
Ниңә әле ҡалған ғүмеремде
Йәшәмәҫкә, был донъяны,
Үҙ-үҙемде бер аҙ яратып...

 

Авторы билдәһеҙ

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас