

Ул «KazanFirst» баҫмаһына биргән интервьюһында тиҙҙән Ҡазанда татар эстрадаһында оло алға китеш тип ҡабул ителәсәк яңы лейбл асыласағы тураһында һөйләне. Был лейбл билдәле Рәсәй музыканттары Эмин Агаларов һәм Бәхтиәр Алиевтың «Zhara Music» компанияһының бүлендек предприятиеһы буласаҡ, әмма ул «Уфтанма Music» исеме астында эшләйәсәк.
Элвин Грей «Уфтанма»ны ойоштороусыларҙың береһе, шулай уҡ лейбл артистары өсөн остаз буласаҡ. Йырсы Ҡазандағы асыу тантанаһына киләсәк Алиев менән килешеү төҙөүҙәре тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ ул данлыҡлы «Яңы тулҡын» («Новая волна») конкурсы менән конкуренциялаша алырлыҡ фестивалдәр уҙғарыласағын иғлан итте.
— Теләһә ҡайһы артистың — ул яңы ғына йырлай башлағанмы, әллә эстрадала үҙ юлын дауам итәме — Эминдың компанияһы менән эшләү мөмкинлеге буласаҡ. Был беҙҙең йәштәр, шулай уҡ етди артистар өсөн иҫ киткес шәп майҙансыҡ буласаҡ, улар Мәскәү кимәлендә эшләй аласаҡ, — тип билдәләне Элвин Грей.