Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября , 11:10

Айыу кәмәне өҙгөсләгән, туристарҙың аҙыҡ-түлеген ашап бөткән

Был ҡурҡыныс хәл август айында була.

Айыу кәмәне өҙгөсләгән, туристарҙың аҙыҡ-түлеген ашап бөткәнАйыу кәмәне өҙгөсләгән, туристарҙың аҙыҡ-түлеген ашап бөткән
Айыу кәмәне өҙгөсләгән, туристарҙың аҙыҡ-түлеген ашап бөткән

Красноярск фотографы Сергей Токарев етәкселегендәге туристар төркөмө төбәктең иң бейек тауы булған Грандиозный түбәһенә походҡа юлланған. Был хаҡта фотограф үҙенең телеграм-каналында һөйләгән.

Маршруттың бер өлөшөн улар кәмәлә үткән. Тауға йәйәү күтәрелгән саҡта кәмәләрен тайгалағы бер бәләкәй урман өйөндә ҡалдырғандар. Туристар кире әйләнеп ҡайтҡанда, улар юҡта айыуҙың кәмәне йыртып ташлауын һәм бөтә аҙыҡ-түлекте ашап бөтөрөүен күргәндәр.

Был ерҙәрҙә кеше бик һирәк йөрөй. Ләкин туристарҙың бәхетенә ҡаршы уларға бер һунарсы осраған. Уның ярҙамы менән төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙы һунарсының кәмәһендә оҙатҡандар. Ә ир-ат һунарсынан бер нисә литр бензин алып, йыртылған, баллондарының тыны сыҡҡан кәмәлә ҡайтырға сыҡҡан — аҙыҡһыҙ, яғыулыҡһыҙ тиерлек һәм ағымға ҡаршы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас