Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Августа , 10:00

Утын менән ярҙам иткәндәр

Махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем ил һағындағыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ яугир ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Утын менән ярҙам иткәндәрУтын менән ярҙам иткәндәр
Утын менән ярҙам иткәндәр

Ошо көндәрҙә Мәләүез районының Сәйет ауылында йәшәгән Людмила һәм Анатолий Петровтарға утын килтергәндәр. Уларҙың улы 2025 йылдан алып МХО-ла контракт буйынса хәрби хеҙмәттә.
- Биләмәлә йәшәгән яугир ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә хәстәрлек күрһәтергә тырышабыҙ. Был юлы ауылдашыбыҙҙың ата-әсәһе Людмила Евстафьевна менән Анатолий Терентьевичҡа утын алып килдек. Яугирҙәрҙең ғаиләләрен хәстәрләү мәсьәләһе район хакимиәте етәкселеге менән берлектә башҡарыла, - ти Денис ауыл биләмәһе башлығы Илфат Байсурин.

 

 

"Көнгәк" гәзитенән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина