Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Августа , 05:55

«Тормош — ул бүләк, һәр мизгелдән ләззәт ал!»

«Башкирская домохозяйка» ҙур сәйәхткә сыҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Тормош — ул бүләк, һәр мизгелдән ләззәт ал!»«Тормош — ул бүләк, һәр мизгелдән ләззәт ал!»
«Тормош — ул бүләк, һәр мизгелдән ләззәт ал!»

«Башҡорт хужабикәһе» булараҡ танылған блогер Миләүшә Шәйхлисламова Абхазия буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты һәм яҙылыусылары менән матур кадрҙар менән уртаҡлашты. Үҙенең визитын ул фәлсәфәүи һүҙҙәр яҙылған видеоға төшөргән: «Тормош — ул бүләк, һәр мизгелдән ләззәт ал!»

 

Блогерҙың объективына илдең иң матур күренештәре: күлдәр, шифаханалар, уңайлы кемпинг-парктар һәм диңгеҙ ярҙары эләккән. Шулай уҡ ул нәзәкәтле зәңгәр гортензиялар фонында эффектлы һүрәттәр яһаған һәм ҡайнар термаль сығанаҡтарҙа булған. Бынан тыш, иң көслө тәьҫир ҡалдырған урындарҙың береһе — шарлауыҡтар. Блогер тәбиғәт көсөнөң уны күңел түренә тиклем ғәжәпләндереүен таныны.

Автор:Гөлнара Солтанова