Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Августа , 12:55

Ил башлығы Өфөлә яңы мәктәп асты

Бөгөн Өфөнөң Глумилино-2 микрорайонында  Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында яңы мәктәп асылды.  

Добавить в предпочтительные источники Google

 

Төбәк етәксеһе Владимир Путинға республикала мәғарифтың нисек үҫешеүе хаҡында хәбәр итте, ошо мөһим өлкәгә булышлыҡ иткәне һәм дөйөм алғанда Башҡортостанға һәм унда йәшәүселәргә күрһәткән иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

–Беҙ асҡан мәктәп, ысынлап та, бик яҡшы, яҡты һәм заманса XXI быуат белем усағы. Һәм ул берҙән-бер генә түгел,- тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республиканың төрлө мөйөштәрендә яңы, матур белем биреү учреждениелары барлыҡҡа килә. Ә инде күп йылдар эшләп килгәндәре  капиталь ремонт программаһы ярҙамында төҙөкләндерелә. Төбәк башлығы һүҙҙәренсә,  уңайлы шарттарҙа белем алған уҡыусылар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Беҙҙә БДИ йомғаҡтары буйынса 100 - ҙән һәм 200-ҙән күберәк балл йыйыусы, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар күберәк.  “Мөмкинлектән файҙаланып, Владимир Владимировичты беҙҙең өсөн тағы ла бер төп белем биреү объектын — Евразия ғилми биреү үҙәген– юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын асыуға саҡырам.  Уны йыл аҙағына тиклем сафҡа индерергә ниәтләйбеҙ”,- тине Радий Хәбиров.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина