Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Августа , 06:36

Учалы "миллионершаһы" миллиондарынан яҙған

Учалыла пенсионер ҡатын пенсияны «яңынан иҫәпләү» тураһындағы хәйләгә ышанып, мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Учалы "миллионершаһы" миллиондарынан яҙғанУчалы "миллионершаһы" миллиондарынан яҙған
Учалы "миллионершаһы" миллиондарынан яҙған

Учалы районы полицияһына мутлашыусылар ҡорбаны - 73 йәшлек ҡатындан ғариза килгән. Зыяндың дөйөм күләме 11 миллион һумдан ашыу шәхси аҡсаны тәшкил итә.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ҡатынға "Социаль фонд хеҙмәткәре" шылтыратҡан. Шылтыратыусы пенсионерҙың иҫәпкә алынмаған хеҙмәт стажы барлығын һәм шуға бәйле уға пенсияны яңынан иҫәпләргә кәрәклеген әйткән. Кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү өсөн «белгес» уны консультацияға яҙылыу өсөн СМС-кодты әйтергә күндергән, пенсионер шулай эшләгән дә. Артабан уға «Дәүләт хеҙмәттәре» (Госуслуги) порталы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре булып ҡыланған кешеләр шылтыратҡан. Улар, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы шәхси кабинетығыҙҙы ватып ингәндәр, мутлашыуҙарҙы булдырмаҫҡа кәрәк, тип алдап, ҡатынды булған аҡсаһын алырға һәм «махсус курьерҙарға» хәүефһеҙ һаҡлау өсөн тапшырырға күндергәндәр.

Ике ай дауамында зыян күреүсе өлөшләтә 11 миллион һумдан ашыу аҡсаны банктан алған һәм мутлашыусылар билдәләгән код һүҙе буйынса билдәһеҙ кешегә тапшырып йөрөгән. Финанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре клиентты ҙур операцияларҙан тыйып ҡалырға тырышҡан, аҡсаның ниндәй маҡсатта кәрәклеген һорашҡан. Пенсионер, мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса, балаларыма матди ярҙам күрһәткем килә, тип ышандырып яуап биргән.

Ҡатын мутлашыусылар уның менән бәйләнеште өҙгәс кенә алданғанын аңлаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: дәүләт структуралары һәм банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡсаны алырға, кемгәлер тапшырырға йәки күрһәтмә буйынса ҡушымталар ҡуйырға ҡушып шылтыратмай. Шик тыуған осраҡта һөйләшеүҙе шунда уҡ өҙөргә һәм ведомствоның бүлексәһенә шәхсән шылтыратып белешергә кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова