"IQ-парк»та (кампустың беренсе сираты) 21 йүнәлеш буйынса 18 лаборатория һәм үҙәк, инновацион инфраструктура объекттары эшләй. Ҡунаҡтар Башҡорт аграр университетының "Агробиотехнологиялар" һәм «ИнноваБиоТех» лабораторияларының эше менән танышты. Шулай уҡ министрға һәм республика Башлығына кампустың икенсе сиратын төҙөү барышын күрһәттеләр (2027 йылдың декабрендә тамамлана): 7 башня (иң бейек башня — 100 м), 4000-дән ашыу студент һәм ғалим өсөн торлаҡ, мәғариф, спорт һәм йәмәғәт киңлектәре. Проект «Йәштәр һәм балалар»милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: Олег Яровиков, Башинформ.