

Уны Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте , «Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ойошторҙо. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшен әүҙемләштереү, ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәреү, ғаилә һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау маҡсатын күҙ уңында тотҡан сарала күп мәртәбәле ҡунаҡ, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ирекмәндәр ҡатнашты.
Фойела форумдың йөкмәткеһен асҡан бай йөкмәткеле экспозициялар урын алды – ирекмәндәрҙең, ижади оҫтаханаларҙың күргәҙмәләре, «Ҡатын- ҡыҙ — милләт әсәһе», «Ватанды һаҡлаусының әсәһе», «Ватанды һаҡлаусының ғаиләһе» фотокүргәҙмәләре эшләне. Уларҙа бөгөн республика гүзәл заттарының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нисек ярҙам итеүен, ниндәй әйберҙәр әҙерләп ебәреүен күрергә була ине.
Форумдың эшлекле программаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, «Башҡортостан республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан башланды. Был документ артабанғы берлектәге проекттарҙың нигеҙен тәшкил итәсәк.
Сарала ҡатнашыусыларға БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Александр Мельников сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
Тантаналы өлөштә бер төркөм ҡатын-ҡыҙ дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Халыҡтар Дуҫлығы ордены ғалимә, педагогия фәндәре докторы, профессор Вилә Баймырҙинаға , Салауат Юлаев ордены ветеран-журналист , БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы ағзаһы Фәүзиә Латиповаға бирелде. Шулай уҡ ирекмәндәргә, уҡытыусыларға БР Башлығының Почет грамоталары һәм «БР-ҙың мәғариф отличнигы»маҡтаулы исемдәре тапшырылды. МХО-ла һәләк булған ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре яҡындарының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» ордендарын алды.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡоһарина билдәләүенсә, илебеҙ һынау кисергәндә төп көс ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә.
–Улар – Ватан мәнфәғәттәре һағында тороусылар өсөн өмөт тә, ныҡлы тыл да. Ауыр осор көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙы тыуҙыра. Башҡортостан ҡатын -ҡыҙҙары берләшеп, үҙҙәренең тылда эшләүенең фиҙакәрлек һәм уртаҡ маҡсатыбыҙға ышаныу талап иткән фронт булыуын иҫбатланы , – тине ул.
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Гүзәл заттың ирекмәнлеге, ярҙамы, тылды нығытыу - ул да ҙур стратегик ресурс. Форумда сығыш яһаусылар был фекерҙе айырым билдәләне.
Форум Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының сираттан тыш съезы ла үтте.
Динар Кәлимуллин фотоһы.