

Өфөлә элекке класташына һәм уның һеңлеһенә бысаҡ менән һөжүм иткән үҫмер ҡыҙ үҙенең буласаҡ ҡорбанынан уға бысаҡ һатып алыуын үтенгән.
«Честный репортаж» хәбәр итеүенсә, зыян күргән ҡыҙ маркетплейстан әхирәте өсөн бысаҡ һәм билдәле сериалдағы кеүек битлек заказ иткән.
Версияларҙың береһе буйынса, ғәйепләнеүсе сериалдағы ваҡиғаларҙан илһамланған. Унда төп антигерой үҙ ҡорбанын үҙенә үлтереү ҡоралы һатып алырға мәжбүр итә. Имеш, үҫмер ҡыҙ ошо сюжетты ҡабатларға булған.
Битлек бысаҡҡа ҡарағанда иртәрәк килгән. Ҡыҙ бер нисә көн дауамында шул битлекте кейеп, буласаҡ ҡорбандары йәшәгән йорт янында йөрөгән. Ә бысаҡ ҡулына килеп эләккәс, ул ҡыҙҙарҙың фатирына барып, уларға һөжүм иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 17 августа Өфөлә, Высотная урамындағы фатирҙа, үҫмер ҡыҙ ике бәлиғ булмаған апалы-һеңлегә бысаҡ менән һөжүм иткән. Ҡыҙҙар ауыр яраланған. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Уға ике кешене үлтерергә маташыу факты буйынса енәйәт эше асылған.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, апалы-һеңлеләр әле лә реанимацияла. Уларҙың хәле ауыр, әммә тотороҡло тип баһалана. Табиптар ҡыҙҙарға бөтә кәрәкле медицина ярҙамын күрһәтеүен дауам итә.