

Иртәгә, 26 августа, Башҡортостан биләмәһендә һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Урыны менән йәшен йәшнәйәсәк һәм көслө ел сығасаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 16 метрға тиклем етергә мөмкин.
Төндә һәм иртән юлдарға томан төшөүе көтөлә. Күреү мөмкинлеге 500 метр һәм унан да кәмерәк буласаҡ.