

Волейбол буйынса Рәсәй Һәм Белоруссия ир-егеттәр йыйылма командалары араһындағы иптәштәрсә матч кисә баш ҡаланың Көрәш һарайында тамамланды. Рәсәй командаһы ярышташтарын 3:0 иҫәбе менән еңде (25:23, 25:20, 25:16). Рәсәй яғынан Иң яҡшы бомбардир Максим Сапожков була, ул 11 мәрәй йыя, ә белорустарҙың иң һөҙөмтәле уйынсыһы Даниил Сорокин - 14 мәрәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21-23 августа Өфө ете йыл эсендә тәүге тапҡыр волейболдың халыҡ—ара иптәштәрсә матчтарын ҡабул итә. Бынан алда турнир сиктәрендә Кубаның милли йыйылма командаһы - Беларусь командаһын, ә рәсәйҙәр Иранды еңде.
Фото: Башинформ.