Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа , 08:10

Ғәҙәттән тыш янғын хәүефе

Август айында республиканың айырым көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡланыуы хаҡында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәҙәттән тыш янғын хәүефеҒәҙәттән тыш янғын хәүефе
Ғәҙәттән тыш янғын хәүефе

- Кескәй генә осҡон да янғынға килтереүе ихтимал, - тип белдерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. - Ҡоро үлән, көслө ел һәм эҫе һауа торошо уттың тиҙ таралыуына идеаль шарттар тыуҙыра. Янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур майҙандарҙы ялмап ала.

Усаҡ яғыу, сүп-сар, ҡоро үлән йәки башҡа яғыулыҡ материалдарын яндырыу, янғын хәүефе менән бәйле теләһә ниндәй эштәрҙе башҡарыу, һүндерелмәгән шырпылар, тәмәке һәм башҡа ут сығанаҡтарын ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла!

Тәбиғәткә сығыуҙы сикләгеҙ, ут менән бик һаҡ булығыҙ. Урманда һәм торфлы урындарҙа усаҡ яҡмағыҙ, сүп-сарҙы яндырмағыҙ. Шырпы, тәмәкене теләһә ҡайҙа һүндермәйенсә ташламағыҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! 

Ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта 112 номерына шылтыратығыҙ!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова