Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа , 09:11

Тротуар төҙөкләндерелгән

Ейәнсура районы прокуратураһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тротуар төҙөкләндерелгәнТротуар төҙөкләндерелгән
Тротуар төҙөкләндерелгән

Иҫәнғол ауылында Интернациональ урамын Һәм Магнитогорск-Ира автомобиль юлында йәйәүлеләр үткәүелен тоташтырыусы тротуар булмауы асыҡланған. Ошоноң менән бәйле граждандар автомобиль юлы ситендә йөрөргә мәжбүр була. Был, әлбиттә, барыһы өсөн дә хәүеф тыуҙыра.

Прокуратура судҡа тротуарҙы төҙөкләндереү бурысы тураһында дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итә. Суд прокурорҙың талаптарын ҡәнәғәтләндерә. Күҙәтеү ведомствоһы ҡыҫылышынан һуң ҡағиҙә боҙоуҙар бөтөрөлә.

Фото: https://web.max.ru/-70853137544481

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова