Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа , 12:08

Параллель донъя?

Аңлатып булмаған серле юғалыуҙар хаҡында яҙабыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Параллель донъя?Параллель донъя?
Параллель донъя?

Параллель донъялар идеяһы кешелекте һәр ваҡыт борсоған. Беҙҙең донъя менән йәнәш башҡа ысынбарлыҡтар булыуы мөмкинме? Осраҡлы ғына рәүештә уларға барып сығыуыбыҙ ихтималлығы бармы? Ошо һорауҙарға күптәр яуап эҙләгән һәм эҙләй. Ә шул уҡ ваҡытта төрлө шарттарҙа эҙһеҙ юғалған кешеләр тураһында тарихтар күп. Был осраҡтарҙың ҡайһы берҙәре шул тиклем серле, уларҙы енәйәт йәки осраҡлы хәл менән аңлатып булмай. Кемдәрҙер, кешеләр икенсе үлсәмгә эләккән, тип иҫәпләй, икенселәре – былар бары тик осраҡлылыҡ ҡына, ти. Әгәр параллель донъялар ысынлап та бар икән, бәлки, уларҙың сиктәре беҙ уйлағандан да нескәрәктер, яҡыныраҡтыр?

Параллель донъялар тигәнебеҙ нимә ул? Ғалимдарҙың теориялары
Параллель донъяларҙың булыуы идеяһы мистикала ғына түгел, фәндә лә ҡарала. Уларҙың мөмкинлеген аңлатҡан бер нисә гипотеза бар:
Квант механикаһының “күп донъялар” интерпретацияһы. Был теория буйынса, беҙҙең һәр һайлауыбыҙ яңы ысынбарлыҡты барлыҡҡа килтерә. Әгәр был шулай икән, тимәк, ҡайҙалыр беҙҙең тормошобоҙ бөтөнләй икенсе юҫыҡтан тәгәрәгән донъялар бар.
Струналар теорияһы һәм өҫтәмә үлсәмдәр. Физиктар, беҙҙең ҡабул итеүгә билдәһеҙ, әммә беҙҙең ысынбарлыҡҡа йоғонто яһаған үлсәмдәр булыуын инҡар итмәй. Бәлки, уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең донъя менән киҫешәлер.
Ҡара тишектәр һәм башҡа йыһандарға порталдар. Ҡара тишектәр арауыҡтың төрлө нөктәләрен тоташтырыуы мөмкин, ә Ерҙәге аномаль зоналар – донъялар араһындағы ниндәйҙер «ярыҡтар», тигән гипотезалар бар.


Әммә кешеләрҙең ысынлап та осраҡлы рәүештә икенсе үлсәмгә эләгеүе тураһында дәлилдәр бармы? Бар!
Бер кем дә аңлата алмаған ысын юғалыу осраҡтары
Джеймс Тедфордтың юғалыуы
1949 йылда ҡарт ветеран Джеймс Тедфорд Вермонтҡа барыусы автобусҡа ултыра. Юл буйына уны башҡа пассажирҙар күрә, әммә автобус һуңғы туҡталышҡа килеп еткәс, уның урынында булмауы асыҡлана.
Уның бөтә әйберҙәре урынында ҡала, көрәш йәки ҡасыу эҙҙәре булмай. Ул тура мәғәнәлә кешеләрҙең күҙе алдында, автобус эсендә юҡҡа сыға. Уның ҡайҙа булыуын бер кем дә аңлата алмай.
«Мария Целеста» экипажының юғалыуы
Серле юғалыу осраҡтарының береһе 1872 йылда булған. «Мария Целеста» карабы океанда экипажһыҙ табылған, әммә һыу һәм аҙыҡ-түлек запастары тулыһынса урында булған.
Ҡотҡарыу кәмәләре лә урынында, карап зыян күрмәгән. Ә команда эҙһеҙ юҡҡа сыҡҡан. Көрәш эҙҙәре лә, карап журналында яҙмалар ҙа, дауыл эҙҙәре лә булмаған. Экипаж менән нимә булғаны әлегә тиклем билдәһеҙ.

Норфолк полкы

1915 йылда Галлиполи операцияһы ваҡытында Норфолк полкы - йөҙҙәрсә һалдат — эҙһеҙ юғала. Шаһиттар колоннаның ҡуйы аҡ томан эсенә инеп юғалыуын күргән, һуңынан ул томан күтәрелеп, Болгария яғына табан киткән; томан таралыу менән юлда бер кем дә ҡалмаған. Төрөк генералдары әсирҙәр алмауҙарын һәм ул урында һуғыш алып бармауҙарын раҫлаған, ә был эш буйынса документтар оҙаҡ ваҡыт йәшерен һаҡланған.

Ангикуни эскимос ҡасабаһы

1930 йылда Канада Арктикаһында, Ангикуни эскимос ҡасабаһында, 2000-дән ашыу кеше, шул иҫәптән мәйеттәр ҙә, эҙһеҙ юғала. Һунарсы Джо Лабелль ҡасабаға барғас, буш иглуларҙы (боҙ өйҙәрҙе) күреп шаҡ ҡата - уларҙа аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, шәхси әйберҙәр һәм хатта мылтыҡтар ҙа шул килеш ята, ә кешеләр эҙһеҙ юғала. Иң сәйере - зыяратта мәйеттәр ҙә юғала! Асыҡ ҡәберҙәр генә өңрәйеп ҡала. Канаданың атлы полицияһы үткәргән тикшереү көрәш эҙҙәрен дә, ойошҡан рәүештә күсеп китеү билдәләрен дә тапмай. Ауыл халҡы, мәйеттәр ҡайҙа булған - был әлегәсә асылмаған сер.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан (© Canadian Museum of History)

Автор:Баныу Ҡаһарманова