Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа , 14:02

МЧС фотоконкурс ойоштора

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Халыҡ биҙәктәрендә - геройҙарҙың холҡо» фотоконкурсын үткәрә.

МЧС фотоконкурс ойоштораМЧС фотоконкурс ойоштора
МЧС фотоконкурс ойоштора

Фотоконкурс ведомствоның шәхси составы араһында үткәрелә һәм ике этапта үтә. Беренсе этап 24 августан 13 сентябргә тиклем, икенсеһе 2026 йылдың 20 сентябренән 30 октябренә тиклем беренсе этап призерҙары һәм еңеүселәре араһында үтә. Фотоконкурста Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  шәхси составының портреттары һәм коллектив портреттары заманса янғын һүндереү-ҡотҡарыу техникаһы фонында Рәсәй халыҡтарының милли костюмдарында, шулай уҡ янғын һүндереү депоһы интерьерҙарында йәки күсмә майҙансыҡтарҙа күрһәтелә. Конкурс эштәре (фотоматериалдар) милли мәҙәниәткә хөрмәт күрһәтергә һәм берҙәм ҡотҡарыусылар командаһына ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә алырға тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда: https://web.max.ru/-69197923551776

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас