

- онлайн ғариза ҡалдырығыҙ;
- Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы сайтында: https://forms.mchs.gov.ru/registration_tourist_groups;
-Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына белдереү менән заказлы хат ебәрегеҙ;
-маршрут башына иң яҡын булған ведомство бүлексәһенә шәхсән барығыҙ.
Ҡайтҡас, ҡотҡарыусыларға хәбәр итергә онотмағыҙ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан походта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
яңғыҙығыҙ походҡа сыҡмағыҙ;
юлдағы хәүефтәрҙе баһалағыҙ, һауа торошон иҫәпкә алығыҙ;
уңайлы, сағыу төҫтәге, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтары булған кейем һәм ярашлы аяҡ кейеме һайлағыҙ;
арыһағыҙ йәки һауа торошо насарланһа, хәрәкәтегеҙҙе туҡтатығыҙ;
таныш булмаған еләк-емеште һәм бәшмәкте ашамағыҙ;
тын ғына йөрөмәгеҙ: йыртҡыс хайуандар менән осрашмаҫ өсөн һөйләшегеҙ, йырлағыҙ, һыҙғырығыҙ, таяҡ менән ағасҡа һуғығыҙ.
✅Үҙегеҙ менән алығыҙ:
аҙыҡ-түлек, һыу, йылы кейем, бөжәктәрҙән һаҡлаусы саралар;
карта, компас һәм зарядланған телефон;
кәрәкле дарыуҙар булған аптечка;
фонарь, һыҙғыртҡыс, бау, шырпы, бысаҡ, сәғәт.
Фото: МЧС РБ.