

БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, шәхси эшҡыуар маркетплейс биреү пунктында нигеҙһеҙ эштән бушатылған хеҙмәткәргә файҙаланылмаған отпуск өсөн компенсация түләмәгән, ә тағы ла ике хеҙмәткәр алдында эш хаҡы буйынса бурыс булдырған. Прокурор коммерсант адресына тәҡдим индерә, шулай уҡ «хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу» статьяһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эштәр ҡуҙғата. Күҙәтеү ведомствоһы ҡыҫылғандан һуң граждандарҙың хоҡуҡтары тергеҙелә, улар тейешле түләүҙәр ала.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.