Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа , 08:44

"Экзотик һәм ҡабул ителмәҫлек тәҡдимдәр"

Президентыбыҙ Владимир Путин Киев режимының тәҡдимдәрен "экзотик һәм ҡабул ителмәҫлек»тип атай.

"Экзотик һәм ҡабул ителмәҫлек тәҡдимдәр""Экзотик һәм ҡабул ителмәҫлек тәҡдимдәр"
"Экзотик һәм ҡабул ителмәҫлек тәҡдимдәр"

Рәсәй Президенты Владимир Путин журналист Павел Зарубинға биргән интервьюһында Киевтың конфликтты көйләү буйынса тәҡдимдәре «экзотик характерҙа һәм Рәсәй өсөн ҡабул ителмәҫлек» тип белдерҙе. Дәүләт башлығының һүҙҙәрен ТАСС агентлығы килтерә.

Шул уҡ ваҡытта, Путин билдәләүенсә, Мәскәү тыныслыҡ тураһында диалогҡа әҙер, әммә ул тик «ерҙәгә ысынбарлыҡҡа нигеҙләнергә» тейеш.

Ул шулай уҡ Украинаның ракеталар һәм дрондар ярҙамында 40 көн эсендә Рәсәйҙе еңеүгә өлгәшергә маташыуын авантюра тип атаны. Путин был һөжүмдәрҙең бер ниндәй ҙә һынылыш яһамауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Өҫтәүенә, Украина Ҡораллы көстәренең гражданлыҡ объекттарына һөжүменә яуап итеп, Рәсәй украин предприятиеларына һөжүмдәрҙе һиҙелерлек арттырҙы, һәм был яуап саралары күпкә емергес характерҙа.

Ил Президенты мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй ғәскәрҙәре һөжүм темптарын арттырҙы һәм махсус хәрби операция бурыстарын ышаныслы хәл итә.

«Дошмандың рәсәйлеләрҙе ҡурҡытырға һәм һайлауҙарҙы өҙөргә маташыуы уңышһыҙлыҡҡа дусар», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Фото:Кремлин.ру | сайт

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас