Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа , 13:46

Башҡортостан Башлығы Бөрөлә фестивалдә булды

23 августа Бөрөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән «Бөрөнөң боронғоһо»фестивалендә булды. Уны «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторҙолар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы Бөрөлә фестивалдә булдыБашҡортостан Башлығы Бөрөлә фестивалдә булды
Башҡортостан Башлығы Бөрөлә фестивалдә булды

Сара хәрби техника ҡулланып хәрби-тарихи реконструкциянан ғибәрәт. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элек «Ваҡыт йылғаһы» тип аталған ваҡиға «Бөрө ҡәлғәһе» тарихи паркы биләмәһендә үтә һәм йыл һайын 5 меңдән ашыу тамашасы йыя. 2026 йылда ойоштороусылар XVII быуат хәрби-тарихи реконструкцияһын әҙерләй: "Тыуған ил сигендә. Баҫып инеү". «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубында ҡатнашыусылар һәм илдең 11 төбәгенән реконструкторҙар 1635 йылда Аблай хандың Себер урҙаһы баҫып инеүен кире ҡаға. Уларҙың костюмдары һәм амуницияһы дүрт быуат элек кейелгәндәрҙең теүәл күсермәләре. Тамашасылар атлы уҡсыларҙың сит ил кешеләренең һәм юлбаҫарҙарҙың һөжүмен кире ҡағыуын күрә. Артабан Радий Хәбиров фестивалдең тематик майҙансыҡтарын ҡараны.

Ошо турала ентекләберәк рәсми сайтта: https://glavarb.ru/ru/news/event/glava-bashkortostana-posetil-festival-birskaya-starina-91291/

Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/glava-bashkortostana-posetil-festival-birskaya-starina-91291/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова