

Төп темалар:
Йәмәғәт контроле: спорт объекттарының торошо, мәктәп маршруттарының хәүефһеҙлеге, мәктәптәрҙә туҡланыу, хәрәкәтләнеү мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн мөхиттең уңайлылығы тикшерелде. Рита Некрасова мәктәп туҡталыштары өсөн берҙәм ГОСТ-тарҙың юҡлығын билдәләне һәм балаларҙы автобустарҙа йөрөтөү сифаты буйынса ата-әсәләр араһында һорау алыу иғлан итте;
18-20 сентябрҙәге һайлауҙарға әҙерлек: 130 күҙәтеүсе уҡытылды, уларҙы «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» порталы менән эшләргә саҡырҙылар.
Урындағы Йәмәғәт палатаһының өҫтөнлөктәре — үҙ ойошмаларындағы ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, мутлашыуҙарҙы иҫкәртеү, ППМИ (Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы) объекттарын һаҡлау;
Грант проекттары сиктәрендә грейдер һатып алынған, зыяраттарҙы төҙөкләндереү һәм балалар баҡсаһы территорияһын асфальтлау эштәре алып барыла.
Ауыл халҡы киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү һәм Ҡыҙылъярҙа юлды ремонтлау мәсьәләләрен күтәрҙе. Шулай уҡ районға квалификациялы хоккей тренерҙарын йәлеп итеү теләге яңғыраны.
Осрашыу сиктәрендә әүҙем йәмәғәтселәрҙе бүләкләү булды: Зилә Шәйхетдинова БР Йәмәғәт палатаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды, ә активистарға, волонтерҙарға, китапханасыларға һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырылды.
Фото: Ғәлиә Вәлиева менән Зилә Шәйхетдинова.