Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Августа , 08:43

Фейк: "МХО-ла ҡатнашыусыларға квоталар"

Интернет селтәрҙә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы исеменән «СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн квоталар» тураһында ялған хаттар тарала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фейк: "МХО-ла ҡатнашыусыларға квоталар"Фейк: "МХО-ла ҡатнашыусыларға квоталар"
Фейк: "МХО-ла ҡатнашыусыларға квоталар"

Селтәрҙә Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы исеменән ялған хат тарала. Унда 2026 йылдың 17 авгусындағы 93-сө бойороҡ тураһында һүҙ бара. Имеш, был бойороҡ 1 сентябрҙән «Агростартап» һәм «Ғаилә фермаларын үҫтереү» гранттарына демобилизацияланған СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн генә 70 процентлы өҫтөнлөклө квота индерә.

Йыл башынан бирелгән башҡа ғаризаларҙы икенсе сиратта ҡарарға, ә лимит бөткән осраҡта уларҙы 2027 йылға күсерергә тәҡдим ителә. Хатҡа «бойороҡ» үҙе һәм район башлыҡтарына 31 авгусҡа тиклем пландарҙы яңыртыу буйынса күрһәтмә ҡушылған.

Был — ялған.

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы был документтарҙың дөрөҫлөгөн рәсми рәүештә кире ҡаға.

Беренсенән, 2026 йылдан «Агростартап» һәм «Ғаилә фермаларын үҫтереү» гранттары юҡ. СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн айырым «Агромотиватор» программаһы эшләй, уның буйынса конкурс үтте, еңеүселәр билдәләнде.

Икенсенән, гранттар бүлеүҙең раҫланған ҡағиҙәләре үҙгәртелмәне, бер ниндәй ҙә квоталар билдәләнмәне.

Тикшерелмәгән документтарға ышанмағыҙ!

Мәғлүмәттәрҙе БР Ауыл хужалығы министрлығының рәсми сайтында тикшерегеҙ: https://agriculture.bashkortostan.ru/?ysclid=mt2j3kxnsn467705636

Фото: https://vk.ru/bashfck

 

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова