Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа , 12:32

Грант хужалары билдәле

Коммерцияға ҡарамаған 58 ойошма Башҡортостан Башлығы гранттарын алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Грант хужалары билдәлеГрант хужалары билдәле
Грант хужалары билдәле

2026 йылдың 1 июненән 7 июленә тиклем грантыглава102.рф порталында республика Башлығы гранттарының икенсе конкурсы үтте.

153 ғаризаның 58-е еңеүсе була, шуларҙың 37-һе - тәүге тапҡыр (15 ойошма өсөн был Фонд конкурстарында ҡатнашыуҙың беренсе тәжрибәһе булған).

Еңеүселәр һаны буйынса лидерҙар: Өфө — 16 проект, Шишмә районы — 8, Миәкә — 4, Стәрлетамаҡ — 3.

Конкурс комиссияһы рәйесе Ирина Небогатова һүҙҙәренсә, проекттарҙың өстән бер өлөшө ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән; башланғыстар араһында — ғаиләләргә ярҙам итеү, менталь үҙенсәлектәре булған кешеләрҙе социалләштереү, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен реабилитациялау һ. б.

Конкурс мини‑гранттар форматында (500 мең һумға тиклем) Президент гранттары фондынан берлектә финанслау менән үткәрелә; 3 айҙан өлкән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.

Проекттар миҫалдары:

Миәкә районы: "Мине өйрәтһендәр" — балаларҙы балта оҫталығына, сантехникаға, электр хәүефһеҙлегенә өйрәтеү.

Шишмә районы: "Тегеү цехы "Үҙебеҙҙеләргә ярҙам“ антидрон юрғандар тегеү (айына 10 дананан кәм түгел).

Өфө: проект #Перезагрузка — Ижади оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар аша Дим районы уҡытыусыларына ярҙам итеү.

Еңеүселәрҙең тулы исемлеге грантыглава 102.рф сайтында.

2020-2026 йылдарҙа 28 конкурс үткәрелгән, 1,6 миллиард һумдан ашыу суммаға 1108 проект хупланған (1168 миллион һум — республика бюджетынан, 489 миллион һум — Президент гранттары фондынан берлектә финанслау иҫәбенә).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова