Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа , 07:05

Аҡса эшләйем, тип...

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ситтән тороп эшләү өсөн өҫтәмә эш эҙләгән ғаиләнең аҡсаһын урлау осрағы буйынса тикшереү башлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҡса эшләйем, тип...Аҡса эшләйем, тип...
Аҡса эшләйем, тип...

Асыҡланыуынса, декрет ялында булған 29 йәшлек ҡатын 34 йәшлек ире менән бергә интернетта өҫтәмә эш табырға ҡарар итә. Мессенджерҙарҙың береһендә улар онлайн-заказдар координаторы вакансияһын таба. Эш биреүсе шарттарҙы аңлата, шунан һуң парҙы кураторға йүнәлтә, ул эште башлау өсөн шәхси кабинет балансын 6 000 һумға тулыландырыуҙы талап итә.

Аҡса күсерелгәндән һуң, куратор хата тураһында белдерә, йәнәһе лә, валюта иҫәбе асылған, был законды боҙа. Проблеманы хәл итеү өсөн уларҙы юрист менән тоташтыралар. Ялған юрист 36 000 һумлыҡ декларация түләргә күндерә. Ир күрһәтелгән сумманы енәйәтселәр иҫәбенә күсерә.

Аферистарҙың ҡорбандары булыуҙары тураһында улар дуҫтары менән һөйләшкәндән һуң ғына белә һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Ккодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса, граждандарға ҙур зыян килтереп мутлашыу тураһында, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә. Аҡса күсерелгән банк иҫәптәрен тикшерәләр.

Тәртип һаҡсылары граждандарҙы интернетта эш эҙләгәндә максималь һаҡлыҡ күрһәтергә һәм аҡсаны, билдәһеҙ кешеләрҙең аргументтары ни тиклем ышандырырлыҡ булып күренмәһен, уларҙың иҫәбенә күсермәҫкә саҡыра. Әгәр һеҙ бындай тәҡдимгә юлыҡһағыҙ, шунда уҡ аралашыуҙы туҡтатырға һәм был хаҡта яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итергә кәрәк.

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова