Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа , 08:03

«112» мобиль ҡушымтаһын ҡуйығыҙ

Киҫкен хәлдә һәр минут мөһим. «112» мобиль ҡушымтаһын ҡуйығыҙ – был Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сервисы.

Добавить в предпочтительные источники Google
«112» мобиль ҡушымтаһын ҡуйығыҙ«112» мобиль ҡушымтаһын ҡуйығыҙ
«112» мобиль ҡушымтаһын ҡуйығыҙ

Уның ярҙамында ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр менән тиҙ арала элемтәгә сығырға, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында (шул иҫәптән, пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүме һәм ракета хәүефе тураһында) хәбәр алырға мөмкин.

Ҡушымтаны ҡуйыр өсөн һылтанмалар:

📌 RuStore (vk.cc/cxKGEG)
📌 App Store (vk.cc/bVKBEb)

Миҫал. Подъезда янғынға тап булһағыҙ, көслө газ еҫен тойһағыҙ, өҙөлгән сым йәки ярҙамға мохтаж кеше күрһәгеҙ, ситтә ҡалмағыҙ.

«112» ҡушымтаһын асып, нимә булғанын ҡыҫҡаса тасуирлағыҙ, мөмкин булһа, фото йәки видеоһын беркетегеҙ. Ҡушымта автоматик рәүештә һеҙ торған урынды билдәләй һәм хәбәрҙе диспетчерға тапшыра. Мөрәжәғәт статусын онлайн күҙәтергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова