Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Августа , 11:35

Өфөлә БПЛА һөжүменән торлаҡ йорт ни тиклем зыян күргән?

Баш ҡала мэрияһында ваҡиғаны ентекләп тикшерҙеләр һәм һөжүмгә дусар булған йортта йәшәүселәргә нимә эшләргә кәрәклеген аңлаттылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә БПЛА һөжүменән торлаҡ йорт ни тиклем зыян күргән?Өфөлә БПЛА һөжүменән торлаҡ йорт ни тиклем зыян күргән?
Өфөлә БПЛА һөжүменән торлаҡ йорт ни тиклем зыян күргән?

Өфөлә БПЛА һөжүменән зыян күргән йортта йәшәүселәргә бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк. Был турала Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса  башҡарыусы Рөстәм Шәрипов белдерҙе.

Бөгөн оператив штаб булдырылып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үткәрелде. Зыян күргән йортта йәшәүселәр өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолдо.

Рөстәм Шәрипов зыян күреүселәргә ярҙам итеү мөмкинлеген биргән норматив-хоҡуҡи база булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Республика Башлығы тарафынан ошо эҙемтәләрҙе оператив рәүештә бөтөрөүгә керешергә ҡушылды — яҡын ваҡытта беҙ ошоноң менән шөғөлләнәсәкбеҙ ҙә», — тип аңлатма бирҙе Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн иртән Өфө пилотһыҙ аппараттар һөжүменә дусар булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың һүҙҙәре буйынса, ҡалаға алты БПЛА яҡынлашҡан. Уларҙың дүртеһен ПВО (Һауа һөжүменә ҡаршы оборона) көстәре бәреп төшөргән, береһе сәнәғәт зонаһына ҡолаған. Тағы бер пилотһыҙ аппарат Затон биҫтәһендәге торлаҡ йортҡа тейгән. Юғары ҡаттарҙа тәҙрә быялалары зыян күргән, ярсыҡтар һәм быяла ватыҡтары яҡында туҡталҡаға ҡуйылған автомобилдәргә төшкән.

 Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бер кеше — Һиндостандан килгән 21 йәшлек БДМУ студенты зыян күргән. Уны дауаханаға урынлаштырғандар һәм кәрәкле ярҙам күрһәтелгән.

Автор:Гөлнара Солтанова