

Белеүегеҙсә, республикала баҡса үҫтереүселәргә уңайлыҡтар булдырылды - уларға артыҡ уңышты һатыу өсөн махсус бушлай урындар барлыҡҡа килде.
Радий Хәбиров ҡалала тап шундай урында туҡталды ла инде. Ул халыҡтың хәлен белеште, учаскаларҙа газ, һыу кеүек уңайлыҡтар тураһында һорашты. Баҡһаң, баҡсаға йөрөү өсөн "Алға" берҙәм транспорт картаһы ла бик яҡшы ярҙамсы икән.
БР Башлығы үҙенә кәрәкле йәшелсә лә һатып алды. Уның бөгөн - тығыҙ эш сәфәре.
Фото: БР Башлығы сайтынан.