Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Августа , 04:30

ЙОНДОҘНАМӘ (17 - 23 август)

Өмөтбайҙан алдағы көндәргә фараз.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЙОНДОҘНАМӘ (17 - 23 август)ЙОНДОҘНАМӘ (17 - 23 август)
ЙОНДОҘНАМӘ (17 - 23 август)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна икеле көтөлә. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, күберәк күҙәтергә, фекер төйнәргә кәңәш итә. Бөтә ваҡиғаға ла тыныс ҡарағыҙ. Улар тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәрер, моғайын. Әлегә алдағы эштәргә әҙерлек алып барыуығыҙ дөрөҫ булыр.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Был арала йорт-хужалыҡ эштәренә иғтибар биреүегеҙ файҙалы булыр. Шаршамбы иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар тыуҙырыр. Сығымдарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Улар икеләтә кире әйләнеп ҡайтыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Күптәр дәрте артыуын асыҡ тойор. Ысынлап та был көндәрҙә мөмкинлектәрегеҙҙең артҡанын күрерһегеҙ. Күрмәгәндәр ваҡытын юҡ-бар менән уҙғарыр. Сәфәрҙәрегеҙ ҙә уңышлы уҙыр. Уларҙа элекке дуҫтарығыҙҙы ла осратырһығыҙ, бәлки.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Шәхси тормошоғоҙҙа уйламағанда ҡыйынлыҡ килеп сығыуы ихтимал. Һеҙҙең өсөн мөһим мәсьәләгә ҡарата яҡындарығыҙҙың төрлө фекер белдереүе мөмкин. Һәр хәлдә үҙ мөмкинлектәрегеҙҙән сығып эш итеүегеҙ хәйерле.

Буға (21.04 – 21.05)

Был көндәргә, ҡатмарлы һәм етди эштәр менән булышмағыҙ. Киләсәктә улар өсөн ваҡыт табылыр әле. Яҡшы таныш эштәрегеҙ һәр саҡтағыса уңышлы барыр. Күптәр ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыур.

 Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ күҙгә күренеп артыр. Был бөтә өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәргә килтерер. Ошо арала ниндәйҙер етди мәсьәләне хәл итеү юлдарын тулыһынса асыҡларһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Етди ҡыйынлыҡтар көтөлмәй. Шулайҙа уйламаған мәшәҡттәрҙән ҡотола алмаҫһығыҙ. Был бигерәк тә шаршамбы һәм кесе йомаға ҡағыла. Күптәр элек ҡорған пландарына үҙгәреш индерер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Шәхси тормошоғоҙҙа иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыр. Тик үҙегеҙгә беренсе аҙым яһау мөһим. Сығымдарығыҙ артыр, ләкин улар әллә ни ҙур булмаҫ. Йондоҙҙар оло йәштәге туғандарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Был арала әллә ни ҙур уңыштарға өмөтләнмәгеҙ. Аҙнаны юғалтыуҙарһыҙ үткәрә алһағыҙ, шөкөр итегеҙ. Ҡаршылыҡтар ҡапыл күбәйер, башҡалар менән уртаҡ фекергә килеү ҙә ауырлашыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Йондоҙҙар аралашыуҙа үтә һаҡ ҡыланырға ҡуша. Яңылыш ысҡындырған бер һүҙегеҙ менән генә лә яҡындарығыҙҙы рәнйетеүегеҙ ихтимал. Мөмкин тиклем ял итергә тырышығыҙ. Тиҙҙән һеҙҙе ауыр көндәр көтә.

Саян (24.10 – 22.11)

Тырышлыҡ һәм әүҙемлегегеҙ арҡаһында күпте булдырырһығыҙ. Хатта элек тешегеҙ үтмәҫлек мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итерһегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер көтөлмәгән ваҡиға булыуы мөмкин. Иғтибарлы кешеләргә улар дөрөҫ юлды күрһәтер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Был аралағы алыҫ һәм яҡын сәфәрҙәр мотлаҡ уңышлы уҙыр. Күптәр иҫтә ҡалырлыҡ яңы тәьҫораттар алыр. Ҡайсаҡ туғандарығыҙ менән дә уртаҡ фекергә килеүе ауырлашыр. Тыныс аҡыл менән был ҡаршылыҡтарҙы үтерһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова