

Республиканың Бүздәк районында кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был турала Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Билдәле булыуынса, кисә киске сәғәт 7-ләр тирәһендә М-5 «Урал» юлының 1376-сы километрында «КамАЗ» автомобиле «Хундай ix35» машинаһы менән бәрелешкән, шунан һуң ҡаршы һыҙатҡа сығып, ҡаршы килгән «ДАФ» йөк машинаһына барып төкөлгән.
Авария һөҙөмтәһендә «КамАЗ»дың 60 йәшлек водителе алған йәрәхәттәренән дауаханаға алып барғанда йән биргән. Шулай уҡ еңел машинаның 38 йәшлек водителе һәм 36 йәшлек пассажиры күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға урынлаштырылған. Хәҙерге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.