Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Августа , 09:25

Бала «Магнитогорск – Ира» юлында йөрөгән!

Ейәнсура районында балалар баҡсаһынан ҡасҡан сабый трассаға сыҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бала «Магнитогорск – Ира» юлында йөрөгән!Бала «Магнитогорск – Ира» юлында йөрөгән!
Бала «Магнитогорск – Ира» юлында йөрөгән!

Республика прокуратураһы Ейәнсура районындағы балалар баҡсаһынан бала ҡасыу факты буйынса тикшереү үткәрҙе.

Билдәле булыуынса, бала үҙаллы балалар баҡсаһы биләмәһенән сығып, «Магнитогорск – Ира» юлы аша йүгереп сыҡҡан. Уны үтеп барған ҡатын-ҡыҙ ҡотҡарған һәм полицияға тапшырған.

Прокуратурала асыҡлауҙарынса, инцидент балаларҙы тейешле ҡарауһыҙ ҡалдырыу арҡаһында килеп тыуған. Юл ҡуйылған хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн учреждениеға 50 мең һум күләмендә штраф һалынды. Балалар баҡсаһы мөдире исеменә иһә ошондай хәлдәрҙе башҡа ҡабатламау тураһында киҫәтеү яһалды.

Автор:Гөлнара Солтанова