

Блогер Рәмзиә Әхмәҙуллина социаль селтәрҙә видео урынлаштырған. Унда ул йырсы Ләйлә Ғәлиеваның бер сараға килеп, 100 мең һум өсөн 10 йыр башҡарыуы тураһында һөйләй. Әммә блогерҙың һүҙҙәренсә, төп мәсьәлә — йырҙарҙың фонограммаға башҡарылыуы.
Ләйлә Ғәлиеваның яуабы оҙаҡ көттөрмәй. Йырсы үҙенә яла яғылыуҙарын белдереп, был хәлде судҡа тиклем еткерергә әҙер булыуын әйтә.
— Социаль селтәрҙәргә бер нисә сәғәт инмәгән инем, миңә шул тиклем күп кеше был мәғлүмәтте ебәргән. Был — миңә яла яғыу. Мин быға ҡарап шок хәлендә ултырам. Дуҫтар, борсолмағыҙ, мин һәр ваҡыттағыса тере тауышҡа йырлайым. Бындай яла яғыусыларҙың һәр береһе үҙ һүҙҙәре өсөн яуап бирәсәк, сөнки был һүҙҙәр минең артист булараҡ абруйыма зыян килтерә. Мин кемделер ғәйепләмәйем, ә үҙ исемемде һәм эшемде яҡлайым. Бындай яҙмалар теркәлә, рәсми дәғүә ебәрелә. Әгәр автор материалдарын алып ташламаһа һәм ғәфү үтенмәһә, беҙ судҡа мөрәжәғәт итәсәкбеҙ, — тигән йырсы.
Һуңғараҡ блогер видеоны алып ташлаған. Әммә әлегә ғәфү үтенеү яҙмаһы күренмәй.