

Өфөлә ҡот осҡос ваҡиға. Бөтә подъезд ҡанға батҡан. Туғандарынан бысаҡ менән яраланған 16 һәм 9 йәшлек ҡыҙҙар ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына оҙатылған. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, табиптар операцияларҙы тамамлаған.
Оло ҡыҙҙың хәле хәҙер үтә ауыр тип баһалана. Кесеһенең хәле — ауыр, тотороҡло. Уларға бөтә кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә. Министр хәлде шәхси контроленә алды.