Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Августа , 11:27

Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:”Республикаға яңы ҙур балалар дауаханаһы кәрәк. Был хаҡта әле үк уйларға – урынын эҙләргә, документтар әҙерләргә,  проектын төҙөргә кәрәк” – тине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәкБашҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк
Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк

  — Башҡортостанда  балаларға өс кимәлле медицина ярҙамы күрһәтеү ойошторолған. Улар – район-ҡалаларҙағы 55 поликлиника һәм бүлексә, 8 муниципаль-ара балалар үҙәге, шулай уҡ  Өфөләге 17-се дауахана һәм Республика  балалар клиник дауаханаһы, – тип хәбәр итте бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Бөтәһе республикала 17 йәшкә тиклемге 879378 бала иҫәпләнә, шуларҙың 32974-е – бер йәшкә тиклемге сабыйҙар.   Дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 1505 табип-педиатр эшләй.

   2026 йылдың тәүге алты айында 437182 бала медицина тикшереүе, 254478 бала диспансерлаштырыу үткән.

 Министр республикала 12  балалар өсөн махсуслаштырылған  үҙәктең уңышлы эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Мәҫәлән, Республика балалар клиник дауаханаһы ҡармағындағы Балалар эндокринология үҙәгендә 1,8 мең бала шәкәр диабеты менән иҫәптә тора.  

– Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын модернизациялау программаһы буйынса 5-се балалар поликлиникаһы һәм Республика клиник фтизио-пульмонологимя үҙәгенең балалар  бүлеге төҙөкләндерелде, – тине Айрат Рәхмәтуллин. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина